Бөрйән районында сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының слеты үтте

Матди сығымдарҙы сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр үҙ өҫтөнә алған осрашыуға көньяҡ зонаға ҡараған район вәкилдәре лә саҡырылғайны.

Сик буйы ғәскәрҙәре һәр заманда ла Рәсәй Ҡораллы көстәренең элиталы структураһы, ҡеүәте һаналған. Был ғәскәргә һәр ваҡыт физик яҡтан ғына түгел, рухи йәһәттән дә көслө, ышаныслы егеттәр һайлап алынған.

Бөрйән районында ветерандарҙың тырышлығы менән сик буйы ғәскәрҙәренә һәйкәл ҡуйылған. Слетта ҡатнашыусылар ил һаҡсыларының иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәлгә сәскәләр һалды, район мәҙәниәт йортонда үткән йыйылышта ҡатнашты. Сарала ветерандар хәрәкәтенең эшмәкәрлеген камиилаштырыу, йәштәрҙе йәлеп итеү, илһөйәрлек рухы тәрбиәләү хаҡында һүҙ барҙы. Әүҙем эшләгән ойошма ағзаларына маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының слеты артабан тәбиғәт ҡосағында дауам итте. Егеттәр спорт ярыштарында, милли уйындарҙа көслөләрҙе асыҡланы, аралашты.