Радий Хәбиров Белоретта «Газпром трансгаз Өфө» йәмғиәтенең сәнәғәт майҙансығын һәм Иглин районында яңы газүткәргес асыуҙа ҡатнашты. Республикала зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин ителеште яңы кимәлгә күтәрәсәк ваҡиға «Газ.Нефть.Технологиялар» форумы сиктәрендә онлайн ойошторолдо. Илдәге энергетика өлкәһендәге иң яҡшы биш форум исемлегенә ингән саранан Айнур Кәбиров репортажы.
Был ябай ғына ике һүҙҙе Иглин ауылы халҡы күптән көтә. Район үҙәгенең Йондоҙло микрорайоны өсөн ул йәшәү сифаты яңы кимәлгә күтәрелә тигәнде аңлата. Йорттарға зәңгәр яғыулыҡ килә. Бының өсөн 18 саҡрымдан ашыу торбалар һалынған. Был селтәрҙәр 8 йөҙҙән ашыу йортто газ яғыулығы менән тәьмин итеү мөмкинлеге бирәсәк.
Зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе «Газ. Нефть.Технологиялар» форумының төп темаһы. Сөнки илдә газ тәьминәте мөһим дәүләт бурысы. Шуға күрә тармаҡ өсөн үтә ауыр мәлдәрҙә лә форум уҙғарыу ҙур сәйәси аҙым.
Сит илдәр менән бәйләнештәр өҙөлөүгә ҡарамаҫтан, «Газ. Нефть.Технологиялар» форумы географияһы киңәйә. Быйыл Рәсәйҙең энергетика өлкәһендәге иң күләмле бишәү исемлегенә ингән сарала Ҡытай, Иран, Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Монголия, Тажикстан вәкилдәре лә ҡатнаша. Газпром межрегионгаз компанияһы генераль директоры Сергей Густов әйтеүенсә, бындай күләмле сараның Башҡортостанда уҙыуы урынлы. Республика газ тәьминәте йәһәтенән алдынғы урындарҙа.
23 майҙан 26 майға тиклем үтәсәк форум барлыҡ рекордтарҙы ла уҙҙырыр тип көтөлә. Күргәҙмәлә өс йөҙҙән ашыу компания һәм предприятие үҙҙәренең нефть, химия һәм газ өлкәһендәге ҡаҙаныштарын тәҡдим итә. Шуларҙың һикһәне Өфөлә уҙғарылған форумда тәүгә ҡатнаша. Сығыш яһарға теләүсе спикерҙар ғына дүрт йөҙгә еткән. Ҡатнашыусыларҙың күплеген иҫәпкә алып быйыл форум сиктәрендәге күргәҙмә асыҡ һауаға сығарылды. Хатта өҫтәмә павильондар ҙа төҙөлгән
Айнур Кәбиров