Республикала ауыл хужалығы малдарына вакцинация 90 процентҡа тамамланды

Күрһәткес буйынса Башҡортостан илдә алдынғылар иҫәбендә. Һүҙ тәү сиратта һыйыр малы хаҡында бара. Бынан тыш, ветеринарҙар ваҡ малдарға, эттәргә лә прививка яһай. Хайуандарҙы дөйөм реестрға индереү эше дауам итә. Малдың биркаһындағы мәғлүмәт вакцинация ваҡытын билдәләргә ярҙам итә.

Александр Тимофеевтың ҡураһы тулы мал-тыуар... Барыһы ла хайуандарҙың дөйөм реестрына индерелгән. Кеҫә компьютеры ярҙамында ветеринарҙар уларға прививка яһалыу ваҡытын алдан белә.

Дөйөм базанан күренеүенсә, вакцинанан һуң ярты йыл үткән малға ҡабаттан укол ҡаҙарға кәрәк. Тимофеевтарҙың шәхси хужалығында ҡыш тыуған быҙау ҙа бар. Ул да хәҙер дөйөм реестрҙа.

Ветеринарҙар ҡош-ҡорт, хайуандар араһында таралған ауырыуҙарҙы аҙҙырмаҫ өсөн шәхси ихаталарға даими йөрөй. Күптәр эттәренә лә ҡотороуҙан вакцина эшләтә. Стәрлетамаҡ районының ветеринария станцияһы ауыл хужалығы мал һаны буйынса 4-се урында. Әле бында 34 меңгә яҡын мал иҫәпләнә.

Белгестәрҙең белемен камиллаштырыу, теге йәки был сирҙе иҫкәртеү өсөн ниндәй вакцина һөҙөмтәле икәнен өйрәнеү өсөн районда зона семинары үтте. Лаборатория белгестәре тәжрибә юлы менән төрлө препараттарҙы тикшергән, уларҙың иң яҡшыларын ветеринарҙарға кәңәш итте.

Киләһе йылдан илдә ауыл хужалығы малдарына һәм ҡош-ҡортҡа мотлаҡ маркировка башлана. Ветеринария хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, сирҙе дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү күпкә еңел тигәндәре хайуандарға ла ят түгел.

Лилиә Мәҡсүтова