Йәш футболсыларҙан - яугирҙарға. Өфөлә Бөйөк еңеүҙең 78 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам маҡсатында балалар һәм үҫмерҙәр командалары араһында турниры үтте.
Өфөнөң 10-сы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе майҙанында 32 команда көс һынашты. Йәш футболсылар сәмле. Барыһы ла алдынғылыҡҡа ынтыла. Күптәр әле футбол майҙанында түгел, ә яу ҡырында еңеү көтә. Шуға ла турнирҙы ойоштороусылар команда иғәнәләрен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам маҡсатында ҡулланырға булған.
Халыҡта «Буханка» тип йөрөтөлгән Уаз микроавтобусы махсус хәрби операция биләмәһендә һыналған ышаныслы техника. Яу ҡырынан яралыларҙы эвакуациялағанда, кәрәк саҡта юлһыҙ ерҙән үтеп аҙыҡ-түлек, йәки башҡа кәрәк-яраҡ ташығанда уға тиңләшеүсе юҡ
Башҡортостан халҡы яугирҙарына ярҙам маҡсатында бер йоҙроҡ булып төйнәлде. Коллектив көнбайышҡа арҡаланып эш иткән Украина фашистарын бары тик берҙәмлек менән генә еңергә мөмкин.
Рафиҡ Әхмәтшин