Башҡортостанда 4 кешенең янып үлеү осрағы буйынса яңы мәғлүмәттәр асыҡлана

Янғын урынында Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов булды. - Бөгөн иртән Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында фажиғә теркәлде. Таңғы сәғәт 4-тә янғында 4 кешенең, шул иҫәптән бер үҫмерҙең ғүмере өҙөлгән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса йортта янғын тураһында иҫкәртеү ҡоролмаһы булмаған. Ваҡиға буйынса тәфтиш комитеты идаралығы тарафынан енәйәт эше ҡуҙғатылған.