Республикала ун ике меңгә яҡын бала һайлап алынған фәндәр - тарих, биология һәм физика фәндәренән һынау тотто. Быйыл имтихан тапшырыу пункттары дүрт йөҙгә яҡын мәктәптә ойошторолған. Уларҙың береһендә БЮТ ижади төркөмө эшләне.
Өфөнөң 39-сы гимназияһынан 52 уҡыусы төп дәүләт имтиханын физиканан тапшырырға ҡарар иткән. Һынауға тиклем cәғәт ярымдай ваҡыт. Берәүҙәр тулҡынлана, икенселәр үҙҙәрен ышаныслы тота. Шулай ҙа ҡурҡыу, борсолоуҙарға урын юҡ. Теүәл фән буйынса алынған өс йыллыҡ белемде тикшерергә ваҡыт.
35-се мәктәптә ойошторолған имтихан тапшырыу пунктына баш ҡаланың Ленин районынан 155 бала йыйылды. Уҡыусылар Берҙәм дәүләт имтиханындағы кеүек металл эҙләү ҡоролмаһында контроль үтте. Ғәҙәттәгесә, мобиль телефон индерергә ярамай. Аудиторияларҙа һәр парта артына берәр уҡыусы ултырҙы, өҫтәлдә линейка, калькулятор, ручка һәм һыу ғына. Тәртипте күҙәтеүселәр булдыра.
Физика буйынса имтиханда төрлө ауырлыҡтағы 25 эш бирелә, механика, термодинамика, электр һәм магнетизм, квант күренештәре йүнәлештәре буйынса уларға ҡыҫҡа йәки тулы яуаптар бирергә кәрәк. Дөйөм алғанда, 45 балл йыйырға мөмкин.
9-cы синыф уҡыусылары дүрт имтихан тапшырырға тейеш, рус теле һәм математиканан мотлаҡ рәүештә һәм ике фән һайлау буйынса. Бөгөн мәктәп уҡыусылары физиканан тыш, тарих һәм биология буйынса ла белемен тикшерҙе. Тәүге һынауҙың һөҙөмтәләре ике аҙна эсендә билдәле була.
Гөлназ Хәйбуллина