Башҡортостанда «Мәктәп лигаһы» балалар волейбол турниры тамамланды

Күләмле ярыш бер нисә этапта уҙғарылғайны, унда барлыҡ мәғариф учреждениелары командалары - биш меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Өфөлә уҙғарылған финал һөҙөмтәләре буйынса егеттәр араһында икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Нуриман менән Мәсетле райондары йәш спортсылары бүлеште.

Беренсе урын Белорет йыйылма командаһына бирелде. Ҡыҙҙар араһында көмөш миҙал менән йәрмәкәйҙәр бүләкләнһә, ә бронзаға өфөләр лайыҡ булды. Яңауыл командаһы иһә икенсе йыл рәттән алтын миҙал Еңеүселәргә волейбол туптары, селтәр һәм махсус форма тапшырылды.

Республикала мәктәп волейбол лигаһы икенсегә ойошторолдо. Башҡортостан Хөкүмәте һәм спорт министрлығы ярҙамында беҙ турнир еңеүселәренә яҡшы бүләктәр, спорт инвентары тапшырабыҙ.

Сергей Кирпичников, Башҡортостан волейбол федерацияһы башҡарма директоры