Йылайыр районы халҡы конкурста ҡатнашып биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ярҙам алды

Йылайыр районы Сәләх ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашып биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ярҙам алды. Был аҡсаға төбәктә мәҙәниәт, ял һәм спорт паркы асылды.

Яңы сәхнә һәм бәүелсәктәр, спорт ҡоролмалары, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә обелиск. Ҙур булмаған Сәләх ауылында тырыш халыҡ йәшәй. Тормошҡа ҡараштары һәм берҙәмлектәре менән улар Айыҡ ауыл республика конкурсында еңеүгә өлгәшә. Бөгөн сәләхтәр үҙ хеҙмәтенең емешен күрә.

Яңы паркка -яңы аллея. Тәүге ағасты сәләхтәр әүҙем ауылдаштары Илдус Солтанов иҫтәлегенә ултыртты. Ул был айыҡлыҡ конкурсының идеяһын ҡабул итеп ала, насар ғәҙәттәренән арына, тыуған ауылының еңеүенә үҙ көсөн индерә.

Республика конкурсында еңеп сығыу өсөн урындағылар йылдар дауамында маҡсатлы эш алып бара. Тәүге тапҡыр ҡатнашыу - ул тәжрибә майҙансығы була. Һуңғыһы иһә-хәл иткес.» Бәләкәй ауылдар» номинацияһында беренсе урын яулау ауылды төҙөкләндереүгә мөмкинлек бирҙе.

Айыҡлыҡ- сәләхтәр өсөн күптән инде йәшәү рәүеше. Халыҡ иманға ҡайта, дин юлына баҫа. Берҙәм көс менән күтәрелгән яңы мәсет иһә-ауылдың рухи мәҙәниәт үҙәгенә әүерелә.

Сәләхтә әле лә яңы ниәттәр менән яна. Кесе Ватан өсөн изге ғәмәлдәр йылында Атайсал проекты сиктәрендә ауылға нигеҙ һалыусы Сәләх Мортаевтың йорто, реставрациянан һуң, музей булараҡ үҙ ишектәрен асасаҡ.

Айыҡ ауыл конкурсында ҡатнашырға теләк белдереүселәр һаны йылдан йыл арта бара. Сөнки проектта еңеп сығыу - ул маҡтаулы ғына эш түгел, ә отошло ла. Иҫегеҙгә төшөрөбеҙ,»Айыҡ ауыл» конкурсы Башҡортостан Башлығы Гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Әлфиә Хәмитова