Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ауырғазы районында булды

Ауырғазы районында ауылдарҙы һыу менән тәьмин иткән һыу үткәүеле ремонты тамамланыу алдында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төҙөкләндереү эштәре менән танышып реконструкцияны үҙ ваҡытына тамамлау масатын ҡуйҙы. Төбәк етәксеһе модернизациянан һуң асылған кирбес заводы, юл буйында төҙөлгән сауҙа объекты, балалар китапханаһы һәм керамик әйберҙәр етештереү оҫтахана эшмәкәрлеге менән танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Талбазы ауылындағы кирбес етештереү заводында үткән модернизациянан һуң продукцияның тәүге партияһы һатыуға әҙер. Инвестиция проекты буйынса цехтың майҙаны киңәйтелә һәм эш производство өсөн яңы пресс, кирбес ҡыҙҙырыу мейесе һәм тауарҙы ҡырҡыу ҡоролмаһы яңыртыла. Башҡортсотан башлығы Радий Хәбиров завод эшмәкәрлеге менән танышып яңы кирбестәрҙең сифатын баһаланы.

Ауырғазы районында йылдам үҫешкән предприятие урындағы халыҡты эш менән тәьмин иткән ойошмаларҙың береһе һанала. Цех киңәйеү менән тағы ла 60 кешегә хеҙмәт урыны булдырылған.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Ауырғазы районына эш сәфәре сиктәрендә "Кирач" ижади төркөм оҫтаханаһы менән танышты. Керамик әйберҙәр музей-оҫтаханаһында сувенирҙар фольклор стилендә эшләнә. Балсыҡтан яһалған үҙенсәлекле ҡул эштәрендә республика тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйле элементтар урын алған.

Сағыу сынаяҡтар, уйынсыҡтар һәм башҡа һындар Ауырғазы районында туристик бренд булараҡ танылған. Радий Хәбиров музейҙы "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" программаһына индерергә тәҡдим итеп оҫтаханаға ярҙам күрһәтеләсәген билдәләне.

Өфө-Ырымбур трассаһындағы юл буйы сауҙа үҙәге төҙөлөшө былтыр туҡтап ҡалған.Эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе объект төҙөлөшөн тергеҙеү мәсьәләһен иғтибарға алды. Октябрҙә объектта төҙөлөштө яңынан башлап, сауҙа үҙәген киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыу бурысы ҡуйылды. Сауҙа үҙәге етәкселеге проектты тормошҡа ашырыу өсөн субсидия һәм дәүләт ташламаларын алыуға өмөтләнә. Был һорауҙар Башҡортостан башлығы ҡатнашлығында үткән инвестиция сәғәтендә ҡараласаҡ тип килешелде. Проектҡа ярашлы, объект майҙанын киңәйтеп бында ҡунаҡхана һәм АЗС нөктәһен өҫтәү күҙаллана.

Эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Ауырғазы һәм Ғафури райондарын һыу менән тәьмин иткән үткәүел ремонт участкаһында булды. 18 ауылды һыу менә тәьмин иткән торбаларҙы яңыртыу график буйынса тамамланырға тейеш.

Торбаларҙы алмаштырыу өсөн республика бюджетынан 208 млн һум аҡса бүленгән. Төҙөлөш эштәре ике этаптҡа бүлеп ойошторолған.

Башҡортостан башлығы Талбазы балалар китапханаһын да иғтибарға алды. Федераль грант ярҙамында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн уйындар ойоштороу өсөн ҡоролмалар һатып алынған, китаптар яңыртылған. Китапхана етәкселеге уңайлыҡтар булмауын, иҙәндәрҙең иҫке булыуын билдәләне. Радий Хәбиров бинаны ремонтлауға республика бюджетынан ярҙам кәрәклеген билдәләне.

Талбазы ауылында сыуаш милли мәҙәни үҙәге асылыуы ла урындағы халыҡты ҡыуандырған яңылыҡтарҙың береһе. Радий Хәбиров китапханала райондың почетлы гражданины Георгий Орлов менән осрашыу барышында был үҙәктәрҙең әһәмиәтен баһаланы

Эш сәфәре сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ауырғазы районында ойошторолған зональ семинарҙа ҡатнашты. Төрлө ведомство вәкилдәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән берлектә уҙғарылған сарала биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеше тикшерелде, бурыстар барланды. Төбәк етәксеһе ауыл хакимиәте башлыҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп өҫтөнлөклө маҡсаттарҙы, артабанғы эш планын билдәләне.

Флорида Ким