Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығында быйылғы һауым буйынса лидерҙар билдәләнде

Алдынғылар исемлегенә Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Саҡмағош райондары хужалыҡтары ингән. Ә бына тулайым һөт етештереү күләме буйынса Йәрмәкәй районы «ЭкоНива» фермаһы тәүгеләр иҫәбендә. Заманса ойошмала эш тулыһынса тиерлек автоматлаштырылған. Уның эшмәкәрлеге менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина танышты.

Был «ЭкоНива» мегафермаһының үҙәге - һауын залы. Ойошма төбәктә тәүгеләрҙән булып һауынға каруселде индерә. 8 минут эсендә өйрөлөп сыҡҡан ҡоролманың бер яғынан һыйыр инә, һауыла һәм кире сыға. Урындағы 5 операторҙың һәр береһенең үҙ бурысы: берәүһе малдың еленен йыуа, икенсеһе һөт һурғыстарҙы беркетә, өсөнсөһө таҙалыҡ өсөн яуап бирә һәм башҡалар.

Заманса ҡоролмалар һауым күләменә йоғонто яһамай ҡалмай. Бында тәүлегенә йөҙ тоннаға тиклем аҡ етештерелә. Уртаса һауым - яҡынса 36 литр. Был республикала иң юғары күрһәткес. Малдар һаулығына ла иғтибар көслө. Ауырыуҙарҙы асыҡлар өсөн, фермала махсус программа файҙаланыла. Бында малдың паспорты һаҡлана тип әйтергә мөмкин.

Һөтсөлөк нигеҙендә сифатлы мал аҙығы ята. «ЭкоНива»ла аҙыҡтың күп өлөшө хужалыҡ биләмәһендә үҫтерелә. Яҡынса 10 проценты ғына ситтән һатып алына. Фермала һыйырҙар махсус диета тота, тип әйтергә мөмкин. Рапс шроты, сөгөлдөр һығындыһы, арпа - хеҙмәткәрҙәр малдарға төрлө рацион әҙерләй.

Мал аҙығын протокол буйынса ғына әҙерләйбеҙ. Силос, сенаж рационға мотлаҡ инергә тейеш. Һауым һыйырҙарына төрлө өҫтәмәләр һалабыҙ. Әйтәйек, юғары протеинлы шрот бик файҙалы.

Юлия Гуторина, хисапсы

Һөттөң сифатына бында айырым иғтибар. Ферма биләмәһендә эшләгән лабораторияла продукцияның ҡуйылығы, әселеге тикшерелә. Боҙолмаһын өсөн, ул махсус термоцистерналарҙа һаҡлана. Продукция тәүлек һайын яңыртылып тора. Үҙебеҙгә лә етә, сит илдәргә - Ҡытай, Ҡаҙағстан, Әрмәнстанға оҙатыла.

Рәзилә Ғиниәтуллина