Баш ҡалала уҙған «Нефть.Газ.Технологиялар» форумы сиктәрендә студенттар газ диктанты яҙҙы

Өфөлә күп ҡатлы йорттарға нисәнсе йылда зәңгәр яғыулыҡ ингән? Газдың составында ниндәй матдәләр бар? Газовиктарға ҡуйылған һәйкәлдә кем һүрәтләнгән? Баш ҡалала уҙған «Нефть.Газ.Технологиялар» форумы сиктәрендә студенттар газ диктанты яҙҙы.

Ҡатнашыусыларға йәмғеһе 25 һорау әҙерләнгән. Тест формаһында уҙғарылған диктантта студенттар илдең газ сәнәғәтенә, тармаҡтың данлыҡлы хеҙмәткәрҙәренә, иҫтәлекле даталарға бәйле яуаптар бирҙе. Был сара икенсе йыл рәттән йәштәрҙе энегретика өлкәһенә, газ һәм нефть эшкәртеү һөнәренә ылыҡтырыу маҡсатында ойошторола.