Бизнес проблемаларын уртаға һалып. Республиканың яуаплылығы сикләнгән ике ойошмаһы күптән хәл итеүҙе талап иткән проблема менән Йәмәғәт процедуралары үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.
Ойошмаларҙың береһе Башҡортостан энергия һатыу компанияһына дәғүә белдерә - электр энергияһы өсөн түләүҙәр бер нисә тапҡырға арттырылған. Артыҡ түләнгән сумма миллиондар менән иҫәпләнә. Мәсьәләне хәл итеү юлдары «Бизнес коррупцияға ҡаршы» Йәмәғәт процедуралары үҙәге йәмәғәт советы ултырышында ҡаралды. Сарала дәүләт власы органдары, эксперттар берләшмәһе, яуап ҡайтарыусылар проблеманы бар яҡлап асыҡланы, уны хәл итеү юлдарын тикшерҙе.