Өфөлә янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, коммуналь хеҙмәттәр менән берлектә күнекмәләр уҙҙы

Ҡала уртаһындағы паркта янғын. Йәйге селләлә булыуы ла ихтимал. Әммә шартлы ут янғын һүндереүселәр, ҡотҡарыусылар, коммуналь хеҙмәттәр менән берлектә уҙғарылған күнекмәләр сценарийы. Йәшәйеште тәьмин итеүсе барлыҡ хеҙмәттәр ҡатнашлығындағы күләмле сара йыл һайын уҙғарыла. Быйыл ул ҡала шарттарында ойошторолдо.

Шартлы ут менән көрәшкә ике йөҙҙән ашыу хеҙмәткәр һәм дүрт тиҫтә махсус техника йәлеп ителде. Күнекмәләрҙә төрлө хеҙмәттәрҙең берҙәм эш итә алыуы, ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен бөтөрөү һәм йәшәйеште тиҙ арала ғәҙәти ағымға көйләү оҫталығы тикшерелде.