Хәрби берләшмәләр Сергей Зорин һәм Шәриф Сөләймәнов исемен йөрөтә. Улар “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы составында була. Легендар разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов батальондары, данлыҡлы шайморатовсы Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион да ошо уҡ полкка ҡарай. Яугирҙәрҙе оҙатыу тантанаһы бөгөн “Патриот” хәрби паркында ойошторола. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.