Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Күгәрсен, Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр, Учалы, Белорет һәм Бөрйән райондарында махсус режимды инҡар итеүселәр асыҡланған. Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып ике ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, 9 кеше урманда ут сығыуҙа ғәйепләнә.