Украина һәм уларҙың океан аръяғындағы хужалары Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеген емерергә теләүе аңлашыла. Әммә тарихтан күренеүенсә, ауыр осорҙа милләт-ара татыулыҡ нығына ғына. Халҡыбыҙ үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылған көндән алып илебеҙ дошмандарын тар-мар итеүҙә әүҙем ҡатнашты, был юлы ла шулай буласаҡ, тигән фекерҙә Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Артур Иҙелбаев.