Башҡортостанда «Дәүләт һатып алыуҙар» төбәк-ара конференцияһы үтте

Конкурентлыҡ буйынса дәүләт комитеты тарафынан ойошторолған сарала тармаҡ белгестәре, электрон һатыу майҙансыҡтары вәкилдәре ҡатнашты. Конференцияла санкциялар менән бәйле шарттарҙа дәүләт һатып алыуҙар тармағын үҫтереү, закондарҙы камиллаштырыу һәм электрон платформаларҙың асыҡлығын иғтибар үҙәгендә тотоу кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Республика заказсыларына эште еңеләйтеү, һатып алыуҙар буйынса мәғлүмәтте автоматлаштырыу маҡсаты ҡуйылды.