Башҡортостан Башлығы алтын сығарыуға лицензия биреү хоҡуғын төбәктәргә тапшырыу мөһимлеген билдәләне

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров алтын сығарыуға лицензия биреү хоҡуғын төбәктәргә тапшырыу мөһимлеген билдәләне. Депутаттарға был вәкәләтте Рәсәй субъекттарына күсереү буйынса «Ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу» федераль закон проектына үҙгәрештәр индереүгә тәҡдимдәр әҙерләү бурысы ҡуйылды.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, алтындың «варварҙарса» сығарылыуы урындағы халыҡты ла, власть органдарын да борсоуға һала. Төп проблема алтын табыусыларҙың Башҡортостан Хөкүмәте һәм муниципалитет етәкселеге менән килешмәйенсә федераль лицензия алыуында. Шуға мәсьәләне хәл итеүҙең берҙән-бер юлы - рөхсәт документтарын биреү буйынса вәкәләттәрҙе төбәк власына тапшырыу.