Тамерлан Илһамов 2022 йылдың февралендә Донбасс һаҡсылары сафына баҫа. Ул хеҙмәт иткән Гвардия зенит ракета полкы Донецкты бандерасылар һөжүмәнән һаҡлай. Тамерлан Илһамов батареяның хәрби расчет командиры була. Һәр алышта ҡыйыулыҡ күрһәтә. Яҡташыбыҙҙың ракета һөжүмен кире ҡағыуҙа һәм шәхси состав менән етәкселек итеүҙәге оҫталығы дошмандың 9 ракетаһын бәреп төшөрөргә мөмкинлек бирә. Һуғыш комплектын ҡулланып бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияны үҙгәртә. Ошо ваҡытта нацистарҙың ике ракетаһы зенит комплексына эләгә. 2022 йылдың 4 июлендә Гвардия прапорщигы иптәштәре менән бергә батырҙарса һәләк була. “Тамерлан полководец исеме. Улым исеме менән һәр саҡ ғорурланды”, - ти геройҙың әсәһе Айгөл Милләт ҡыҙы. “Уларҙың янған машинаһын дошман бер туҡтауһыҙ утҡа тота. Яугирҙәр йәндәрен фиҙа ҡылып, 100-ҙән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап ҡала.
Тамерлан Илһамов 2022 йылдың 13 июлендә тыуған ауылы Асҡарҙа ерләнә.
Ил Президенты Указы буйынса хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлығы өсөн гвардия прапорщигы Тамерлан Айсар улы Илһамов Рәсәй Геройы исеменә күрһәтелә. “Алтын Йондоҙ” миҙалы 1 августа Өфөлә батыр егеттең ғаиләһенә тапшырыла.
Тамерлан Илһамов 1994 йылдың 22 июнендә Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуа. Таһир Күсимов исемендәге гимназияла белем ала. Тамерлан бала саҡтан тырыш, аҡыллы һәм ипле була. Һәр нәмәлә тәртип ярата. Ул 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына уҡырға инә. 2012 йылда армияға китә. Ике йылдан Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуя. Тамерлан Илһамов Сүриә ғәрәп республикаһында ла хеҙмәт итә. “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. "Панцирь-М" системаһын яҡшы үҙләштерә.
Асҡар ауылында Таһир Күсимов исемендәге гимназияла Тамерлан Илһамовҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған. Әбйәлил районында батырға арнап хәрби көрәш буйынса ярыш үтә. “Марка” акционерҙар йәмғиәте Тамерландың портреты, яу күренештәре һәм “Алтын Йондоҙ” рәсеме төшөрөлгән почта маркаһы сығарҙы.
Тамерлан Илһамов беҙҙең герой. Батыр даны мәңгелек.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтАвтор: Зөһрә Арсаева