Күп милләтле Рәсәйҙең көсө - әлеге ваҡытта тышҡы дошмандар ҡаҡшатырға ынтылған халыҡтар берҙәмлегендә. Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова Радий Хәбировтың яуап посына ҡарата фекерен белдереп, үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылған башҡорт халҡының ил һаҡларға һәр ваҡыт әҙер булыуын, әлеге ваҡытта Украинала нацизмға ҡаршы көрәшкән башҡорт яугирҙарына ярҙам күрһәтеү изге бурыс икәнлеген билдәләне.