Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Конституцияһына үҙгәрештәрҙе хупланы

Тәүге уҡыуҙа ҡабул ителгән закон проектына ярашлы, республиканың төп ҡанунына дәүләт власы органдары структураһы һәм вәкәләттәре тураһында положениелар индерелә. Дөйөм алғанда, Парламенттың пленар ултырышында илленән ашыу мәсьәлә, шул иҫәптән төбәктә дәүләт милкен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре лә ҡаралды. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Дәүләт милкен хосусилаштырыу буйынса алып барылған сәйәсәт иҡтисадтың реаль секторына бюджет булмаған инвестициялар йәлеп итеү, республика ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн мөһим. Төбәктең ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы етәкселеге билдәләүенсә, дәүләт предприятиеларын хужалыҡ йәмғиәттәренә әйләндереү эше артабан да дауам итәсәк, быйыл ете компания планға ҡуйылған. Парламент ултырышында Башҡортостан Конституцияһына индереләсәк үҙгәрештәр һәм өҫтәлмәләр ҙә ҡаралды. Закон проектына ярашлы, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай вәкәләттәре арта.

Парламент ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы яңы закон проекттар тәҡдим итеү хоҡуғын аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары «Посейдон» дәүләт мәғлүмәт системаһы менән эшләү яҡлы. Ил президенты Указына ярашлы, коррупцияға ҡаршы проект былтыр апрелдә тормошҡа ашырыла башлағайны.

«Депутат статусы» тураһындағы законға үҙгәрештәр индереп, парламентҡа был система менән файҙаланыу, халыҡ һайланыусыларының килемдәрен, сығымдарын тикшереү мөмкинлеге бирәбеҙ. Беҙ тултырған барлыҡ декларациялар автоматик рәүештә «Посейдон»ға эләгә башлай. Системаға барлыҡ дәүләт власы органдары ҡушылған.

Владимир Нагорный, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе

Пленар ултырыштың көн тәртибенә илленән ашыу һорау сығарылды. Тәүге уҡыуҙа ҡаралған закон проекттарының береһенә ярашлы, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан физик шәхестәр, йә уларҙың ғаилә ағзалары 2023 йыл өсөн киләсәк һалымдан азат ителә. Льгота мотоцикл, мотороллер, еңел һәм йөк автомобилдәре, үҙйөрөшлө машиналарға ҡағыла. Ярҙам саралары бының менән генә сикләнмәй.

«Граждандар мөрәжәғәттәре тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индерергә теләйбеҙ. Уға ярашлы, асыҡ власть органдары мобилизацияға эләгеүселәр, контракт буйынса һәм үҙ ирке менән хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙы, уларҙың яҡындарын тәү сиратта ҡабул итеп, борсоған һорауҙары буйынса ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ дәүләт юридик бюроһы тарафынан бушлай консультациялар ойошторола.

Вячеслав Рябов, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаҫары

Тағы ла бер мөһим закон проекттарҙың береһе ауыл хужалығының бәләкәй производстволарын үҫтереү, файҙаланылмаған ерҙәрҙе әйләнешкә индереү, ҙур майҙандар талап итмәгән культуралар өлөшөн арттырыуға йүнәлтелгән.

Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай депутаттары Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ художество кәсептәре оҫтаһы тиган маҡтаулы исем булдырыу тәҡдиме менән дә сыҡты. Закон проект тәүге уҡыуҙа ҡаралып хупланды. Ул халыҡ ижадын үҫтереүзе, рухи мираҫты һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тота.

Гөлназ Хәйбуллина