Ленин исемендәге парк үҙ һаулығына битараф булмағандарҙы бер майҙанға йыйҙы. 9-сы тапҡыр ойошторолған акция ҡатнашыусылары менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова аралашты.
Ленин исемендәге паркта «Халыҡ сәләмәтлеге көнө»нә йыйылыусыларҙы баш ҡаланың ижади коллективтары тәбрикләне. Үҫмерҙәр йыр-бейеүҙәр аша әүҙем һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандаланы. Сараға килеүселәрҙе балалар һәм өлкәндәр, теш поликлиникалары, психик сәләмәтлек үҙәге, Республика табип-физкультура диспансеры белгестәре ҡабул итте.
Сағыу итеп биҙәлгән күсмә теш поликлиникаһы кескәйҙәрҙе әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Сәләмәтлек байрамында теш табиптары менән бәләкәй пациенттар ҙа ҡурҡыу тоймай ҡыйыу аралашты. Һау тештәр - сәләмәтлек нигеҙе. Майҙанда балаларға тештәрҙе дөрөҫ тәрбиәләү тәртибе аңлатылды.
Артериаль ҡан баҫымын үлсәү аллеяһынан да иртәнән алып кискә тиклем халыҡ ағымы туҡтаманы. Сәләмтлеген ҡайғыртыусылар ҡан баҫымын үлсәтеп, анкета һорауҙарына яуап биргәндән һуң, һаулыҡҡа янаған хәүеф факторҙарын асыҡланы. Республика кардиология үҙәге табибтары һәр кешегә бушлай консультация үткәрҙе.
Иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем ҡан биреү модуль станцияһы эшләне. Донорҙар ҡан тапшырҙы.
«Сәләмәт туҡланыу зонаһында « дөрөҫ туҡланыу хаҡында мәғлүмәт, үҙебеҙҙе етештерелгән сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин ине.
«Халыҡ сәләмәтлеге көнөндә» Ленин паркы майҙанында кардиолог, терапевт, окулист, теш табибынан торған табиптир десанты эшләне. Сараға килеүселәр ҡан баҫымын үлсәне, күҙҙәр, тештәр торошон тикшерҙе, консультациялар алды, мобиль ҡан биреү пунктында ҡан тапшыра алды.
Гүзәл Борханова