Рәсәйҙә миграция тураһындағы законға төҙәтмәләр индерелде

Закон проекты Дәүләт Думаһында беренсе уҡыуҙы үтте. Документта дәүләт сере менән эш иткән граждандарға сит илдәргә сығыу тәртибе билдәләнә. Федераль парламент депутаты Зариф Байғусҡаров фекеренсә, яңы закон илдең именлеген нығытыу йәһәтенән дә әһәмиәтле.