Хәйбулла районында трактор һәм үҙйөрөшлө машиналарҙы техник тикшереү башланды

Мәмбәт ауылы эргәһендә бер сафҡа теҙелгән 20-гә яҡын техника хәүефһеҙлек талаптарына имтихан бирҙе. Тимер аттарҙы тикшереү барышында төп иғтибар тормоз системаһы, руль механизмы төҙөклөгөнә, тышҡы яҡтыртыу приборҙарына бирелде. Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре иң яҡшы водителдәрҙе лә билдәләне. Беренсе урынға Сәғиҙулла Мәмбәтов лайыҡ булды.