Рәсәй мосолмандар үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Төркмәнстан баш мөфтөйө Ялҡап Ходжағулаев менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. Видеобәйләнеш аша ислам дине өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре, төбәк-ара хеҙмәттәшлекте, Халыҡ-ара мөнәсәббәттәрҙе боҙоусыларға ҡаршы берҙәмлекте нығытыу һорауҙары ҡаралды. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Төркмәнстан дини делегацияһын Рәсәй мосолмандар үҙәк диниә назаратының көҙ үтәсәк 235 йыллыҡ юбилейына саҡырҙы.