Атайсалға - изге ғәмәлдәр йылы «Юлдаш» радиоһы өсөн һөҙөмтәле дауам итә

Юлдаш радиоһының «Бәйләнештә» социаль селтәрендә иғлан ителгән «Атайсалға изге эштәр» конкурсының икенсе этабы тамамланды. Радио тыңлаусыларҙың һорауын һәм әүҙемлеген иҫәпкә алып, ойштороусылар конкурсты киңәйтеп, ике номинацияла үткәргәйне. Халҡы 500 кешенән күберәк булған ауылдар категорияһында еңеүсе тип Өфө районының Шамонин ауылы билдәләнде. Улар 11 мең 800-ҙән ашыу тауыш йыйып беренсе урынға лайыҡ булды. Шамонин халҡы өсөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Юлдаш»тар шәп тамаша тәҡдим итте. Концерттан йыйылған аҡса ауылды төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Өфө районы Шамонин ауылы йәш булыуға ҡарамаҫтан конкурстарҙа даими ҡатнаша. «Айыҡ ауыл» республика бәйгеһендә лә улар өсөнсө урын яулағайны. Урында «Дарман», «Наза» халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре эшләп килә. Ауыл халҡы көсө менән мәсет төҙөлә.