Глобаль үҙгәрештәр шарттарында яңы мөмкинлектәр. Сибайҙағы инвестиция һабантуйы быйыл ошондай девиз аҫтында үтә. Күләмле инвестиция проекттары ҡаралған, хеҙмәттәшлек килешеүҙәре ҡабул ителгән сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, сит илдәрҙән һәм Рәсәй төбәктәренән эшҡыуарҙар, эксперттар ҡатнашты. Форумдың төп темалары хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Йүкәнән эшләнгән һауыт-һаба, ейәнсура шәле, күн әйберҙәр һәм башҡа ҡул эштәре. Бөтә Рәсәй кимәлендәге инвестиция һабантуйында кәсепселәр фестиваленең ней ҡыҫылышы бар тип уйларға мөмкин. Ысынбарлыҡта, туранан-тура. Сөнки форумда Башҡортостан ерлегендә етештерелгән тауарҙарҙы халыҡ-ара кимәлдә танытыу, сауҙа әйләнешенә сығарыу, патент алыу хаҡында бара. Белорет оҫтаһы Азамат Заһиҙуллин әйтеүенсә, үҫеш өсөн аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу кәрәк.
Сибай инвестиция форумы эшлекле осрашыуҙарға ла, инвестиция проекттарына ла бай. Мәҫәлән, «Старнафта» агрокомпанияһы республикаға 24 миллиард инвестиция һалырға ниәтләй. Бөгөн агрохолдинг менән Башҡортостан Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы араһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проект йылына 40 миллион инкубация йомортҡаһы сығарыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш инфраструктура, туризм проекттары ла бар. Мәҫәлән, Хәйбулла районына тиклем тимер юлы селтәрен һуҙыу, Талҡаҫ күле буйында глэмпингтар төҙөү, Баймаҡ районында малсылыҡты, үҫемлекселекте үҫтереү.
Форумдың асыҡ һауа аҫтындағы өлөшө Сибайҙың Мәжит Ғафури паркында ойошторолған. Оҙайлы йылдар ташландыҡ хәлдә булған йәмәғәт биләмәһен хәҙер танырлыҡ та түгел. Паркты төҙөкләндереү проекты уңайлы мөхит буйынса бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Республика башлығы эш сифатын юғары баһаланы. Форумдың пленар ултырышы иһә глобаль үҙгәрештәр заманында яңы мөмкинлектәр тигән девиз аҫтында үтте. Радий Хәбиров бизнес өсөн өҫтәмә уңайлы шарттар тыуҙырыласағын белдерҙе, республика өсөн һәр инвестор мөһим, тине Республика Башлығы.
Башҡортостан етәкселеге тарафынан көньяҡ зонаны үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бирелә. Стратегик планға ярашлы төбәктең социаль-иҡтисади инфраструктураһы проекттарын тормошҡа ашырыуға 2030 йылға тиклем 175 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү күҙаллана.
Форум майҙанында халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тирмәләр ҙә ҡуйылды. Билдәле дипломат Кәрим Хәкимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса түңәрәк өҫтәл дә ойошторолдо.
Урал аръяғы инвестиция форумы быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолдо. Тәүге йылдарҙа ҡабул ителгән хеҙмәттәшлек килешеүҙәре үҙ һөҙөмтәһен бирә. Быйыл июндә 24 километр оҙонлоғондағы Сибай-Аҡьяр автособиль юлы һалына башлай, ике йылдан Сибай йылылыҡ-энергетика станцияһы файҙаланыуға тапшырыла, киләһе йыл төбәктә ике санкцияланмаған көнкүреш ҡалдыҡтары полигодары бөтөрөлә. Эксперттар стратегик эшмәкәрлек төбәктә демография күрһәткесенең үҫешенә, тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.
Рәмзиә Кәримова