Һуңғы ике йылда Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең нефть химияһы һәм катализ институты белгестәре Рәсәй ғилми фондынан ун грант отҡан. Финанс ярҙам оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән фундаменталь тикшеренеүҙәрҙе ҡеүәтләп, яңы асыштарҙы производство кимәленә сығарыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан ғалимдары яман шешкә ҡаршы көрәш сараларын да билдәләгән. Лаборатория белгестәре ҡаҙаныштары менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра
Ультразәңгәр нурҙар тәьҫиренән һуң химик матдә төҫөн үҙгәртте. Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең нефть химияһы һәм катализ институты ғалимдары яман шеш күҙәнәктәрен үлтереүсе дарыу препараттары өҫтөндә эшләй. Өлкән ғилми хеҙмәткәр Артур Хузин билдәләүенсә, йәмғиәт үҫеше өсөн химияның роле баһалап бөткөһөҙ.
Институт белгестәре һуңғы ун йылда биологик әүҙем матдәләрҙе уйлап сығарыу һәм уларҙың синтезы өҫтөндә ғилми эштәр алып бара.
Институт ҡаҙаныштары биомедицина индустрияһында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Күҙ һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығына операция эшләгәндә гиалурон кислотаһы нигеҙендә препараттар алыу ысулдары табылған. Әйткәндәй, учреждение ҡарамағындағы туғыҙ лаборатория ла заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Тикшеренеү эштәрендә студенттар, аспиранттар ҙа әүҙем ҡатнаша.
Ғилми хеҙмәткәрҙәр тарафынан гетерогенлы катализаторҙар ҙа эшләнгән. Улар төбәктең сәнәғәт предприятиеларында нефть продукттарын эшкәртеүҙә уңышлы файҙаланыла. Шулай уҡ институт белгестәре арктик дизель яғыулығы алыу өсөн мөһим катализаторҙар етештереүҙе көйләргә ниәтләй. Яңы технологияның өҫтөнлөгө шул - эш процессында ҡиммәтле металдар - платина, палладий файҙаланыу талап ителмәй. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан хупланған проектты тормошҡа ашырыуға Рәсәй фәндәр фондынан Грант та бүленгән.
Институтта Рәсәй кимәлендә берҙән-бер математик химия лабораторияһы эшләй. Ул 1992 йылда ойошторолған. Бында нефть һәм йыһан молекуларына бәйле химия-технологик процестары һәм уларҙың химик үҙенсәлектәре ентекле өйрәнелә.
Тикшеренеү һөҙөмтәләре киләсәктә химия һәм нефть химияһы өлкәһендә программа тәьминәте булдырыу яғынан мөһим. Әйткәндәй, Химиктар көнө алдынан учреждениела оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән бер төркөм хеҙмәткәрҙәр тәбрикләнде. Ғалимдар советында бурыстар билдәләнде - фармацевтика йүнәлеше буйынса ла асыштарға ынтылырға ваҡыт.
Гөлназ Хәйбуллина