Бөгөн Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыусылар өсөн ҡыҙыу осор башланды. Тәү сиратта сығарылыш уҡыусылары алдында география, рус әҙәбиәте һәм химия фәндәре буйынса һынау. Һуңғыһы буйынса Өфөлә Берҙәм имтихан майҙаны итеп Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы һайланған. Имтихан алдынан сығарылыш уҡыусылары менән БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина аралашты.
Тәртип ҡағиҙәләре ҡәтғи. Имтихан тапшырыусылар бинаға документ буйынса ғына инә, үҙең менән артыҡ әйбер булмаҫҡа тейеш. Ҡулда тик ручка, калькулятор, һыу һәм шоколад. Һуңғыһын ҡайһы берәүҙәр хатта икәү итеп алған. Талап бөтәһе өсөн дә бер. Беҙ ҙә эскә Металл эҙләүсе ҡоролма аша үтәбеҙ.
Тик үҙең менән телефон алып инеү бында мөмкин түгел тиерлек. Талап ҡәтғи булыуына ҡарамаҫтан, үтә үткерерәктәр гаджеттар файҙаланыу хәйләһен дә таба. Тик, ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай осраҡтар һуңғы йылдарҙа бармаҡ менән һанарлыҡ. Нәркәс Солтанморатова өсөн ярҙамсы ҡоролмаларҙа ихтыяж юҡ, сөнки кәрәкле белем уның башында.
Химия - киләсәктә медицина йүнәлешендә эшләргә теләүселәр өсөн мотлаҡ фән. Шуға ла сығарылыш уҡыусылары араһында табип, фармацевт һөнәрен һайларға теләүселәр күп. Һынау үтеүселәр алдында 34 күнегеүҙе 3 сәғәт ярым ваҡытта сисеү бурысы тора. Юғары баһа алыр өсөн, беренсел 56 балл йыйырға кәрәк. Имтихан башланыуға һанаулы минуттар ҡала. Тулҡынланыу арта.
Ә имтихан барышында тәртип ойоштороусылар яуаплылығында. Тулҡынланыу кисергән уҡыусыларға улар айырым мөнәсәбәт булдырырға тырыша.
Сығарылыш уҡыусылары өсөн ҡыҙыу имтихандар осоро бөгөн башланды. Һайланма фәндәрҙән һуң, өс көндән үҫмерҙәре рус теленән мотлаҡ һынау көтә.
Рәзилә Ғиниәтуллина