«Урал аръяғы» инвестиция форумы ҡунаҡтары бөгөн Әбйәлил районында уҙған һабантуйҙа ҡатнашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт, министрлыҡ, ведомстволар етәкселәре, төрлө төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән танышты, милли уйындарҙы, спорт ярыштарын тамаша ҡылды. Һабантуйҙан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Һабантуйҙың төп хужалары көндө-төнгә ялғап эшләгән ялан батырҙары. Бөгөн улар сәхнә түрендә. Әммә ауыл эшсәндәре байрамда ла сәсеү тураһында уйлай. Әле көнө йылды туйҙырыр ҡыҙыу мәл.

Әбйәлил һабантуйы «Урал аръяғы» инвестиция форумы сиктәрендә үтә. Район абруйлы сараны икенсе тапҡыр ҡабул итә. Шуға күрә лә бөгөн майҙанда төрлө муниципаль берәмектәрҙең майҙансыҡтарын күрергә мөмкин. Байрам ҡунаҡтарын Башҡортостан Башлығы ла тәбрикләне. Халыҡ был байрамға лайыҡлы, был берҙәмлек йыйыны, тине Радий Хәбиров.

Һабантуй милли йолаларға ла, ғөрөф-ғәҙәттәргә лә бай. Һәр тирмәлә халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш шарттары ла, бөгөнгөһө лә сағылыш тапҡан. Мәҫәлән, байымдар талҡан эшләү, буҙа ҡойоу нескәлектәре менән таныштыра.

Майҙанда оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторола. Боронғоларҙың кәсептәре йәш быуынға тапшырыла. Һабантуйҙа илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә лә иғтибар бирелгән.

Республика башлығы майҙанда махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре менән аралашты. Әбйәлилдең ҡаһарман улы, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың әсәһен осрашыуға саҡырҙы.

Һабантуйҙа алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә бар ине. Радий Хәбиров улар менән дә аралашты, борсоған һорауҙар хаҡында белеште.

Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әҙерләнеүгә ҡарамаҫтан, әбйәлилдәге һабантуй юғары кимәлдә үтте . Республика башлығы ла эште юғары баһаланы.

Һабан байрамын бәйгенән, милли көрәштән, сәхнә оҫталарының сығыштарынан башҡа күҙ алдына килтереп булмай. Әбйәлилдәге һабантуй ҙа йыр-моңдан, сәмле ярыштарҙан гөрләп торҙо.

Рәмзиә Кәримова