Бөтә донъя бал ҡорто көнө уңайынан ойошторолған ултырышта төбәк власы вәкилдәре һәм ғалимдар нәҙекәйбилдәрҙе ауыл хужалығы шарттарында ағыулы пестицидтарҙан һаҡлау мәсьәләһен тикшерҙе. Сер түгел: һуңғы йылдарҙа күп кенә хужалыҡтар баҫыуҙарҙы химикат менән эшкәртеү сәбәпле зыян күреп, уңышһыҙ ҡалды. Был йәһәттән ағыулы матдәләр урынына органик препараттар файҙаланыу урынлы, тип килешелде әңгәмәлә. Фекерҙе семинарҙа ҡатнашҡан сит ил - Ҡытай, Швейцария, Ҡаҙағстан, Белоруссия вәкилдәре лә хупланы.
«Таҙа» бал ҡорттарын һаҡлау буйынса эш «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында алып барыла.
Бында урынлашҡан солоҡ ҡорттарына пестицидтарҙан хәүеф янамай. Биләмә ауыл хужалыҡтарынан алыҫ урынлашҡан. Донъяла уникаль һаналған Бөрйән ҡорттары ауырыуҙарҙан зыян күрә. Был ситтән һатып алынған бал ҡорттарҙың урындағы бөжәктәр генофондын боҙоуға бәйле. Ултырышта Бөрйән бал ҡортон һаҡлауға шарттар тыуҙырыу һәм уны ҡурсалау мәсьәләләре лә ҡаралды.