Өфө лимонарийында «Еңеү майы» экологик-патриотик акция үтте

Уның сиктәрендә яңы ағастар ултыртылды, биләмә сүп-сарҙан таҙартылды. Акцияла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла иҫкә алынды. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Нарьян-Мар ҡалаһынан Өфө лимонарийы өсөн утын ярырға. Дмитрий Коткин «Башнефть-Полюс» ойошмаһы үткәргән экологик акцияла икенсе йыл рәттән ҡатнаша. Быйыл да уға иң мөһим эш йөкмәтелгән.

Физик эш яратам. Әсәйем ҡаланан ситтә йәшәй, аҙна һайын барып ярҙамлашам, утынын да ярам. Өфөлә командировкала саҡта буш ятырға теләмәй, көнөмдө файҙалы үткәрергә булдым.

Дмитрий Коткин, экологик акцияла ҡатнашыусы

«Еңеү майы» акцияһы Өфө лимонарийында 100-гә яҡын «Башнефть-Полюс» коллективын һәм уларҙың ғаиләләрен берләштерҙе. Башлыса офиста ултырып эшләгән хеҙмәткәрҙәр саф һауала эшләүҙе танһыҡ күрә. Төркөмдөргә бүленгәндән һуң ылыҫлы ағас үҫентеләре, декоратив ҡыуаҡтар ултыртылды, биләмә сүп-сарҙан таҙартылды, ҡоймалар буялды.

Акция патриотик тәрбиә биреү өсөн йәһәтенән дә әһәмиәтле. Ауыл хужалығы, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫкә алынды. Өфө лимонарийы директоры Фәриҙә Садиҡова атаһы Вәли Сәлим улының хеҙмәт юлы һәм тормошо тураһында һөйләне.

Былтыр экологик акция сиктәрендә лимондың Башҡортостанда теркәлгән «Салауат» төрө ялғанғайны. Ул ерһенеп үҫеп киткән. Бер-ике йылдан һуң емеш бирер тип күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова