Мәҙәни сарала республика фольклор ансамблдәренән тыш, Ленинград, Удмуртия, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа өлкәләрҙән йыйылған ҡунаҡтар сығыш яһаны. Рус телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау маҡсатында ойошторолған фестивалдә киләсәк быуындар өсөн ваҡыт капсулаһы һалынды. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
Боронғо рус йырҙарын яратыусылар бер майҙанда. Ҡыҙылъяр ауылы ижади коллективтар парадын ҡабул итеп фольклор ансамблдәрҙе ҡаршыланы. Алыҫ төбәктәрҙән килгән ҡатнашыусылар тамашасыларҙы үҙенсәлекле концерт программаһы менән ҡыуандырҙы.
Фестивалгә рус халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр һәм профессиональ ижади коллективтар, вокал, фольклор ансамблдәре, хор коллективтары, солистар саҡырылған.
Халыҡтар дуҫлығын, берҙәмлекте, төрлө милләт традицияларын данлаған байрамда ҡул оҫталары күргәҙмәһе ойошторолдо. Ағастан һырлап эшләнгән, үҫемлектәрҙән үрелгән әйберҙәр, сигелгән ҡул эштәре, керамика өлгөләре төрлөлөгө менән алдырҙы.
Ваҡыт капсулаһында республикала уңышлы эшләп килгән 26 тарихи-мәҙәни үҙәк куар- код менән билдәләнгән. Йыл дауамында «Боронғо рус йыры» фестивале һәр үҙәктә уҙғарылыр тип көтөлә.
Флорида Ким