Өфөлә медицина хеҙмәткәрҙәре мини- футбол буйынса ярыш уҙғарҙы

Табиптар араһында профессор Ирек Сафин иҫтәлегенә арналған турнир 2005 йылдан уҙғарыла. Спорт майҙанына педиатрҙар, травматологтар, хирургтар, неврологтар, терапевтар һәм башҡа белгестәр сыҡты. Бынан тыш уйынға Татарстан, Һамар һәм Пермь футболсылары ла ҡушылды. Ҡайһы бер медицина учреждениелары йыйылма команда ла төҙөгән.