Радий Хәбиров Өфөлә «ГЕНТЕХ - 2023» бишенсе ғаилә тарихы фестиваленең пленар ултырышында ҡатнашты

Тарих киләсәккә ышаныслы күпер һалырға ярҙам итә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөлә «ГЕНТЕХ - 2023» бишенсе ғаилә тарихы фестиваленең пленар ултырышында ҡатнашты. Форум «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды менән республиканың мәҙәниәт министрлығы ярҙамында үтте.

Конференцияның маҡсаты - шәжәрә, тарихи мираҫты, хәтерҙе һәм ғаилә эшҡыуарлығын һаҡлау өлкәһендә Рәсәйҙең иң яҡшы проекттарын, практикаларын һәм программаларын асыҡлау һәм популярлаштырыу. Сессияла билдәле ғалимдар, эшҡыуарҙар һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. «ГЕНТЕХ» федераль ғаилә тарихы фестивале дүрт йыл дауамында үткәрелә. Әммә быйыл ул тәүге тапҡыр төбәктәргә сыҡты. Башҡортостан Рәсәй конференцияһы ҡунаҡтарын ҡабул иткән беренсе субъект булды.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, форумдың төбәктәрҙә үтеүе Рәсәй халыҡтарының милли үҙенсәлеген яҡшыраҡ өйрәнергә мөмкинлек бирә. Был йәһәттән Өфөлә шәжәрә йорто асыу планлаштырыла. Бишенсе фестиваль Арт-Квадрат киңлегендә үтте. Унда лекторий, оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар майҙансығы ойошторолдо. Шулай уҡ форум сиктәрендә архив эштәре буйынса идаралыҡ белгестәре шәжәрә төҙөү буйынса консультация бирҙе.