Был хаҡта Радий Хәбиров хәбәр итте. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә һөнәрселәрҙең көнкүреш әйберҙәре һәм сувенирҙары хаҡында һөйләне, был өлкәлә потенциалдың юғары булыуын билдәләне. Республика властары йылдан-йыл оҫталарға ярҙам итергә тырыша. Радий Хәбиров кәсепте аҡсаға әйләндереү өсөн «Минең бизнесым» үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәңәш итте.