Йыл башынан төбәктә теркәлгән 4700-ҙән ашыу янғында 134 кеше һәләк булған. Былтырғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда, был 39 кешегә күберәк. Бәхетһеҙ осраҡ сәбәптәре ут менән һаҡһыҙ эш итеүгә, тәмәке тартыуға һәм электр ҡоролмаларындағы ҡыҫҡа ялғанышҡа бәйле. Янғын йышыраҡ шәхси торлаҡтарҙа, төнгө йәки таңғы сәғәттәрҙә теркәлгән.
Бөгөн Стәрлетамаҡта ла 54 йәшлек ҡатын һәләк булған. Ҡотҡарыусылар килгәнсе, күп фатирлы йорттан 12 кеше эвакуацияланған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Төбәктә урман янғындары ла тынмай. Һуңғы тәүлектә уттан Мәсетле, Краснокама, Белорет райондары тәбиғәте зыян күргән. Ғәҙәттән тыш хәл контролдә тотола, ауылдарға хәүеф янамай.