2022 йылда Башҡортостанда старт алған социаль-мәҙәни проект сиктәрендә ҡала үҙәк дауаханаһында осрашыу үтте. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Көн һайын кеше ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн көсөргәнештә эшләүсе табиптарҙың психоэмоциональ тороштары эш һөҙөмтәһенә ҙур йоғонто яһай.Уларҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәүе мөһим. Медицина хеҙмәткәрҙәрен эмоциональ яныуҙан аралау маҡсатында,уҙған йыл Башҡортостанда ,,Күңел дауалаусылары,,проекты эш башлай.
Республиканың билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре Арт-терапия һәм мәҙәни реабилитация ярҙамында медицина хеҙмәткәрҙәрен ижади яҡтан үҫтерә,рухи аҙыҡ менән тулыландыра.Осрашыу барышында билдәле рәссам Раушания Бәҙретдинова профессиональ буяуҙар менән һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Ҡатнашыусыларға рәсемдәре бүләккә бирелде.
Дәртле йыр-бейеүҙәр , һүҙ оҫталарының тамашасылар менән оҫта бәйләнештә булыуы ысынлап та күптәр өсөн эмоцианаль яҡтан бушаныу булды.
Файҙалы осрашыуҙар Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Социаль-мәҙәни проект 30 июнгә тиклем дауам итәсәк.