Баш ҡаланың Совет майҙаны өс көнгә илдең төп әҙәби-мәҙәни үҙәгенә әйләнде. Китапханалар, китап кибеттәре, лектория, шағир-яҙыусылар менән осрашыуҙарҙың һәммәһендә лә Рәсәй һәм сит ил вәкилдәре күпләп ҡатнашты. Төрлө майҙансыҡтарҙа билдәле театр һәм кино артистары әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөк башҡарҙы.
Китап байрамын ябыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров күргәҙмә киләһе йылдарҙа ла ойоштороласаҡ тип белдерҙе. Быйыл көҙ мәҫәлән, республикала Рәсәйҙә етештерелгән балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары индустрияһы форумы үтер тип көтөлә.
«Китап байрам» эшлекле сараларҙы үҙ эсенә алды. Дөйөм Рәсәй нәшриәт процесына берләшеү проблемалары, иң яҡшы проекттарҙы танытыу, китап сауҙаһы кеүек һорауҙарға арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Уның барышында Башҡортостан Яҙыусылар союзы Беларусь Республикаһының Яҙыусылар союзы менән хеҙмәттәшлек тураһында документ төҙөнө. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Беларусь», Ҡырғыҙ Республикаһының «Тәғлим», Ҡаҙағстандың «Алтын Саҡа» нәшриәттәре менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Форумда 140-тан ашыу нәшриәт ҡатнашты.