Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, әле заявкалар ҡабул ителә. Быйыл конкурс сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, дәүләт йәки муниципаль хеҙмәте номинациялары буйынса ойошторола. Ярышта 10 йыл эш тәжрибәһе булған һәм 3 йыл дауамында остазлыҡ менән шөғөлләнгән белгестәр ҡатнашырға хоҡуҡлы. Ғаризаны 1 октябргә тиклем тапшырырға була.