Башҡортостан халҡы июндә күберәк ял итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, киләһе айҙа Рәсәй көнөнән тыш, Ҡорбан байрамы була. 12 июнь быйыл дүшәмбегә тура килә. Шуға эшләгән халыҡты 10 июндә өс көнлөк ял көтә, әммә 9 июндә эш көнө ҡыҫҡармай. Ҡорбан байрамы 28 июндә билдәләнә. Ул шаршамбыға тура килә. Ял бер көн була. 27 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.