Башҡортостанда балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындары етештереүселәрҙең форумын ойоштороу ҡарала

Был турала Республика Башлығы бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Хәбиров шулай уҡ «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының һәм Халыҡ-ара «Китап» йәрминкәһенең һөҙөмтәләрен барланы. Төп темалар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Был видеояҙма Башҡортостанды ғына түгел, тотош Рәсәйҙе урап сыҡты. Мобилизацияланған Сибай егеттәре Шайморатов генералды йырлап юлға сыға. Улар араһында ҡаланың сәнғәт колледжы директоры ла бар, әле яҡташташтарыбыҙ тыуған яғында ялда. Республика Башлығы алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарға бөгөн дәүләт наградалары тапшырҙы.

Егеттәр алғы һыҙыҡтағылар һәм ғаиләләре хаҡында даими хәстәре өсөн Радий Хәбировҡа рәхмәт белдерҙе. Республика Башлығы әле төбәктә ирекле батальон тупланыуы хаҡында әйтеп үтте.

Оператив кәңәшмәлә «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы һөҙөмтәләре лә барланды. Республика етәксеһе белдереүенсә, форум күләмле проекттарға нигеҙ һалған.

Һуңғы аҙнаның тарихи ваҡиғаһы - Халыҡ-ара китап байрамы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, сара үҙ маҡсатына өлгәшкән, һөҙөмтәләр көтөлгәндән дә юғарыраҡ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостан халҡын һәм етештереүселәрҙе тағы ла бер үҙенсәлекле сара көтә. Балалар уйынсыҡтары һәм өҫтәл уйындарына арналған ошондай уҡ форум-йәрминкә уҙғарыу.

Был аҙнала ла Башҡортостанды мөһим саралар көтә. Өфөлә Рәсәй - Белоруссия форумын ҡабул итеүгә әҙерлек бара. Республика Башлығы көндәр эҫе тороу сәбәпле, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында ла онотмаҫҡа ҡушты.

Рәмзиә Кәримова