Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндә асыла. Өфөлә йыһазландырылған 10 пляж эшләйәсәк. Уларҙың әҙерлеген БЮТ ижади төркөмө ҡараны. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Май ҡояшлы көндәре менән ҡыуандырһа ла, һыу инергә әле иртәрәк. Был турала белгестәр иҫкәртә. Өфөлә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән ҡала хакимиәте вәкилдәре күләмле рейдҡа сыҡты. Иғтибар үҙәгендә - һыу инеүселәр.
Ағиҙелдә һыу инеүселәр араһында башлыса бәлиғ булмағандар. Улар араһында 4 класта уҡыусы ҡыҙҙарҙы ла осраттыҡ. Үҙҙәре менән һыу инеү кейеме һәм таҫтамал булыуы - махсус рәүештә һыу төшөргә килгәндәре тураһында һөйләй.
Тыйылған урында һыу инеү 3 һәм 4 мең һумлыҡ штраф менән янай. Усаҡ яғыусылар 500 һум түләргә тейеш. Ошо арала ғына Өфөнөң Киров районыныда 27 рейд үткән, 12 хоҡуҡ боҙоу протоколы төҙөлгән.
Тыйылған урындарҙа һыу инеү күңелһеҙ тамамланыуы ла ихтимал. Ошоно иҫтә тоторға кәрәк: йыһазландырылмаған пляждарҙа ҡотҡарыусылар ҙа эшләмәй. Республикала йыл башынан 39 кешенең һыуҙа һәләк булыу осрағы теркәлгән.
Һыу инергә ярамаһа ла, яр буйында ял итеүселәр күп. Ағиҙел буйлап тикшереү ваҡытында ла тиҫтәләгән баланы осратырға мөмкин.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 127 пляж йыһазландырылған, яҡын арала тағы бишәүһен асыу күҙаллана. Уларҙың барыһында ла ҡотҡарыусылар эшләйәсәк, яр буйҙары тикшерелгән, сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙан таҙартылған.
Әлфинә Килдейәрова