Уларҙың күп өлөшө йылытылған булырға тейеш. Әле ике торлаҡта эш тулыһынса теүәлләнгән, төҙөүселәр 43 объектты тәртипкә килтереү менән мәшғүл. Төҙөүселәр ремонтты ваҡытына тамамларға тырыша. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.
Стенаны грунтлау, штукатуркалау, буяу. Эш этап буйынса алып барылырға тейеш. Юғиһә, стенаның емерелеүе ихтимал. Һылағанда, төҙөүселәр селтәр һалырға ла онотмай. Уның ярҙамында штукатурка ҡатламы нығытыла.
Минераль мамыҡ менән күберәк йорт мөйөштәре, ситтәре һәм тәҙрә тирәләре йылытыла. Стена пенопласт менән ҡаплана. Был материал ике тапҡырға арзаныраҡ, ә йылы һаҡлау һәм башҡа үҙенсәлектәре тәүгеһенән бер ҙә ҡайтыш түгел тиерлек. Оҫтәүенә, күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең сығымдарын экономиялай.
Баш ҡаланың Степан Кувыкин урамында урынлашҡан был йорттарҙың береһендә ремонт апрелдең тәүге көндәрендә үк башланған. Әле ул 70% процентҡа теүәлләнгән. Килешеү буйынса төҙөкләндереү аҙағы октябргә ҡаралһа, төҙөүселәр уны өс аҙнанан уҡ тамамларға ниәтләй.
Шулай уҡ республикала подъездарҙы тәртипкә килтереү буйынса программа тормошҡа ашырыла. Проекттар республика бюджетынан финанслана. Ә фасадтарҙы төҙөкләндереү сығымдары күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең кеҫәһенән ҡаплана. Шуға аҡсаны ваҡытында түләү - ремонтты тиҙерәк башҡарыу гарантияһы.
Рәзилә Ғиниәтуллина