Боронғо башҡорт ауылында уҙған быуаттың 30-сы йылдарына тиклем иман йорто эшләп килһә лә, совет осоронда ул юҡҡа сыға. Бынан бер нисә йыл элек ауылда яңы мәсет төҙөү башланғысын ауыл ағинәйе Мәбүрә Абдулова күтәреп сыға, артабан уның эшен улы, мәсеттең әлеге имам-хатибы Рәмил Юламанов дауам итә. Ошо ауылда йәшәгән Сания Мөхәмәтшинаның ейән-ейәнсәрҙәре өләсәләренең йорт урынын мәсеткә бирә. Иман йорто ауыл халҡы һәм бағыусылар көсө менән сафҡа ингән.
Һәйет халҡынан тыш, мәсеткә күрше Мәләүез районы Сәйет һәм Яңы Казанковка ауылдарында йәшәүселәр ҙә йөрөйәсәк - төҙөлөшкә улар ҙа үҙ өлөшөн индергән. Тантанала изге йортто төҙөүҙә ҡатнашҡан яҡташтарға рәхмәт хаттары, мәсеткә бүләктәр тапшырылды, ҡөръән ашы ойошторолдо.