Шишмә районында «Ҡаршылыҡтар менән уҙыш» спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй ярышы үтте

Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында «Ҡаршылыҡтар менән уҙыш» спорт төрө буйынса Бөтә Рәсәй ярышы үтте. Унда егерме төбәктән 1300 кеше ҡатнашып, иң етеҙ һәм көслө спортсы исеме өсөн көрәште. Майҙанда 35 ҡаршылыҡ билдәләнгәйне. Ир-егеттәр ун саҡрым араны 90 минутта, ә гүзәл заттар 110 минутта үтергә тейеш ине. Сара сиктәрендә команда ярыштары ла уҙҙы. Көн эҫе булғанға күрә, һыуға бәйле этаптар ҙа күп булды.

Миҙгел башланып ҡына тора, ҙур мәҙәни-спорт саралары планы билдәнгән. Төрлө форматтағы уҙыштар уҙғарырға теләйбеҙ. Спортсы, атлеттар өсөн генә түгел, шулай уҡ корпоратив йүгереүҙәр ҙә була, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, студенттар өсөн дә уҙыш ойоштороу ҡаралған. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ.

Эдуард Шафеев, «Геройҙар уҙышы» проекты етәксеһе