Азамат Абдрахманов: «Ҡырҡтытау эшкәртелмәйәсәк»

Был турала бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

Әле ҡайһы бер ҡатлам граждандарҙы Башҡортостанда марганец ятҡылыҡтарына геология тикшереүҙәрен уҙғарыу һәм Урал аръяғындағы тәбиғәт хозурлығын юҡ итеү мөмкинлеге айырыуса ҙур хафаға һала. Шуға ла алдан уҡ хәбәр итәм. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы файҙаланыу федераль агентлығының Волга буйы федераль округындағы департаменты Әбйәлил районы Көньяҡ Нияҙғол ятҡылығында марганец рудаһын табыу маҡсатында геология тикшереүен уҙғарыуға 23 апрелдә иғлан иткән аукцион, ғаризалар булмау сәбәпле, рәсми рәүештә ғәмәлгә яраҡһыҙ тип табылды.

Дөрөҫөн әйткәндә, был көтөлгән һөҙөмтә. Белгестәр фекеренсә, республикала табылған руда тейешле сифатта түгел, тәрән ер аҫтындағы ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙең иһә иҡтисади яҡтан мәғәнәһе юҡ тип яҙған Азамат Абдрахманов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.