Борайҙа Таҙлар ырыуы башҡорттарының йыйыны үтте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Фән һәм мәғрифәт йылына ярашлы Борай районында Таҙлар ырыуы ҡоро ойошторолдо. Осрашыу ғалимдар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, этнографтар ҡатнашлығында ырыу тарихы, мәҙәниәтен барлауға, киләсәккә аныҡ мәсьәләләр ҡуйыуға ҡайтып ҡалды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Әнибә ханым ғаилә тарихы менән бала саҡтан ҡыҙыҡһынған. Тик шәжәрә ағасын ул хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына барларға тотона. Һөҙөмтәлә ул 1788 йылдан йөҙҙәрсә туған-тумасаһының исемен табып бер сылбырға теҙә. Өҫтәүенә, Әнибә Шафиҡова тыуған йортта һаҡланған аҫалы балаҫ, ҡомартҡы таҫтамалдарҙан бер-бер артлы башҡа һорауҙарға ла яуап таба.

Әнибә ханым күргәҙмәгә сығарған ҡомартҡы әйберҙәр Борай районында үткән Таҙлар ырыуы йыйынының түр башында булды. Шулай уҡ район мәҙәниәт йорто һарайында уҙған сарала төбәктең бик күп башҡорт ауылдарын үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы.

Таҙлар ырыуының киле сығышын ғалимдар төньяҡ иран күскенселәре - скифтар, сарматтар, аландар, эфталиттар донъяһы менән бәйләй. Таҙлар вариҫтары бөгөн Борай, Балтас райондары биләмәләрендә йәшәй. Ғалим-тикшеренеүселәрҙең иҫәпләүҙәре буйынса, башҡорт таҙлары һаны әле 7,5 мең самаһы.

Ырыуҙар тарихы, уларҙы өйрәнергә, һаҡларға ынтылғандарға төрлө яҡлап булышлыҡ итеү - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының оло бурысы. Ошо маҡсатта ойошма тарафынан ырыуҙарҙың йәмәғәт идара органдарын булдырыу эше башлана. Бөгөнгә өс тиҫтәнән ашыу ырыу үҙ структураларын төҙөп, башлыҡтар һайлана. Таҙлар вәкилдәре лә ошо киң хәрәкәткә ҡушылырға әҙер булыуын белдерҙе.

Азат Ғәлиуллин