Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов социаль селтәрҙә яҙыуынса, мобиль комплекс етешһеҙлекте асыҡлап ситуация үҙәгенә ебәрә. Юл торошо 25 күрһәткес буйынса баһалана. Мәҫәлән, яһалма интеллект соҡор, сүп-сар, граффити, төҙөк булмаған яҡтыртҡыстар һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе асыҡлай ала.