"Салауат Юлаев" миҙгел алдынан 8 уйын уҙғара

Юлаевсылар отпускынан йәй уртаһында сыға. Хоккейсылар 14 июлдән һуң күнекмәләр башлай. Август башында Өфөлә турнир була. Унан һуң "Салауат Юлаев" Омскиҙағы турнирҙа ҡатнаша. Бынан тыш, Түбәнге Кама хоккейсылары менән иптәштәрсә уйын көтөлә. Континенталь хоккей лигаһында даими беренселек сентябрҙә башлана.